+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2019, 17:48

Республика бюджеты социаль йүнәлешен һаҡлап ҡала

Ағымдағы йылдың 5 июнендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тарафынан “2018 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законы ҡабул ителде.

Ағымдағы йылдың 5 июнендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тарафынан “2018 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законы ҡабул ителде.
2018 йыл өсөн республика бюджеты табыштары 202,7 млрд һум тәшкил итте, 2017 кимәленә ҡарата үҫеш - 21 процент. Һалым һәм һалым булмаған табыштар - 162,3 млрд һум. 2017 йыл кимәленә ҡарата килем 30,5 млрд һумға артты. Табыштың үҫеше 17,8 млрд һум күләмендә бер тапҡыр түләүҙәр, һалым базаһын арттырыу йәһәтенән күрелгән саралар, шулай уҡ табыштарҙы администрациялауҙы көсәйтеү менән бәйле.
Республика бюджетында һалым һәм һалым булмаған килемдәр структураһында сағыштырма ауырлыҡ түбәндәгесә: ойошмаларҙың килеменә һалым – 43,5 процент, физик шәхестәрҙең килеменә һалым – 23,0 процент, акциздар – 11,7 процент, милеккә һалым – 10,4 процент, дәүләт милкендә булған милекте файҙаланыуҙан килем – 6,5 процент.
Түләүһеҙ килемдәр 40,4 млрд һум тәшкил итте, был 2017 йыл кимәленә 13,2 процентҡа күберәк. Федераль бюджеттан 40,1 млрд һум аҡса килгән, 2017 йыл кимәленә ҡарата үҫеш 5,2 млрд һум тәшкил итә, йәғни 14,8 процент.
2018 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты сығымдары 180,0 млрд һум күләмендә үтәлгән, был 2017 йыл кимәленән 24,1 млрд һумға, йәғни 15,4 процентҡа күберәк.
Республика бюджеты, үткән йылдарҙағы кеүек үк, социаль йүнәлешен һаҡлап ҡалды. Социаль өлкәгә сығымдар 127,1 млрд һум, йәғни 70,6 процент тәшкил итте, шул иҫәптән социаль сәйәсәткә – 46,5 млрд һум (25,9 процент), мәғарифҡа – 45,2 млрд һум (25,1 процент), һаулыҡ һаҡлауға – 19,0 млрд һум (10,5 процент), торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа -6,8 млрд һум (3,8 процент), мәҙәниәткә, кинематографияға – 5,6 млрд һум (3,1 процент), физик культураға, спортҡа, киң мәғлүмәт сараларына – 3,7 млрд һум (2,1 процент), тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға – 0,3 млрд һум (0,1 процент) бүленгән.
Иҡтисадтың реаль секторын үҫтереүгә сығымдар 29,4 млрд һум (16,3 процент), муниципаль берәмектәр бюджеттарына дөйөм характерҙағы бюджет-ара трансферттар бүлеүгә – 13,1 млрд һум (7,3 процент), милли оборонаға, милли хәүефһеҙлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә – 1,0 млрд һум (0,6 процент), башҡа сығымдарға – 9,4 млрд һум (5,2 процент) тәшкил иткән.
Социаль өлкәне үҫтереүҙә, иҡтисад тармағына ярҙам итеүҙә, инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙа бурыстарҙың төп өлөшө бюджеттың программа өлөшө үтәлешендә башҡарыла. Башҡортостан Республикаһында 29 дәүләт программаһы сиктәрендә бюджет сығымдарының 97,3 проценты, йәғни 175,2 млрд һум финансланған.
Читайте нас: