+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2019, 17:34

Бөгөн Владимир Путин халыҡ һорауҙарына яуап бирә

Президент менән тура элемтә Өфө ваҡыты менән 14 сәғәттә башланды.

Президент менән тура элемтә Өфө ваҡыты менән 14 сәғәттә башланды. Тапшырыуҙы төп федераль телеканалдар тура эфирҙа күрһәтә, шулай уҡ үҙәк радиостанцияларҙа тыңларға була. Былтырғы кеүек үк дәүләт башлығы халыҡ һорауҙарына яуап биргән осраҡта, министрҙар һәм төбәк етәкселәре менән тура элемтәгә сығырға йыйына. Һорауҙар телефон һәм интернет аша ҡабул ителә.
Бөгөн Владимир Путин халыҡ һорауҙарына яуап бирәБөгөн Владимир Путин халыҡ һорауҙарына яуап бирә
Әле 1 миллиондан ашыу мөрәжәғәт алынған. Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, бәләкәй бизнес, мәғариф, һаулыҡ һаҡлауға бәйле күп һорауҙар ҡабул ителгән. Владимир Путин президент булараҡ халыҡ һорауҙарына иҫәп буйынса 17-се тапҡыр яуап бирә. Былтыр 2 миллион ярым һорау килгән. Тапшырыу 4 сәғәт 20 минут барҙы, президент ошо ваҡыт эсендә 79 һорауға яуап бирҙе.
Читайте нас: