-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2019, 17:39

Балалы ғаиләләргә тағы бер ярҙам күҙаллана

Владимир Путинға балалар тәрбиәләүселәрҙән һорауҙар бигерәк күп килгән. Әлбиттә, барыһын да эфирҙа яңғыратыу мөмкин түгел.

Владимир Путинға балалар тәрбиәләүселәрҙән һорауҙар бигерәк күп килгән. Әлбиттә, барыһын да эфирҙа яңғыратыу мөмкин түгел.
Йәш әсәләр балалар пособиеһы хаҡында һораша. Хатта айына 50 һум түләү бар. Был сумма, әҙәм көлдөрөп, булмаһа ла ярай, тиҙәр икән әсәйҙәр.
Владимир Путин белдереүенсә, 2020 йылдың 1 ғинуарынан яңы тыуған сабыйҙан алып 1,5 йәшкә тиклемге балаларға яңы төр пособие индереүҙәре ихтимал. Уның суммаһы МРОТ кимәлендә булыр, моғайын. Ә кемдәргә түләнер һуң? Бөгөн бит беҙҙә ысынлап та мохтаждарға ғына ярҙам итергә кәрәк, тигән һүҙҙәр йыш ишетелә.
Быныһын уйларбыҙ, тине Президент. һәр хәлдә, ул пособие кеше көлөрлөк булмаҫ, ғаиләләргә ысынлап ярҙам булыр.
Әйткәндәй, хәҙер бит тәүге бала тыуыу менән ғаилә аҡсалата ярҙам ала башлай. Был бер ваҡытта ла булмаған хәл.
Читайте нас: