+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2019, 11:25

Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» исеме бирелеүе мөмкин

Өфөлә йәшәүселәрҙе Башҡортостандың баш ҡалаһына «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» тигән халыҡ-ара маҡтаулы исем биреү буйынса йәмәғәт фекер алышыуында ҡатнашырға саҡыралар.

Өфөлә йәшәүселәрҙе Башҡортостандың баш ҡалаһына «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» тигән халыҡ-ара маҡтаулы исем биреү буйынса йәмәғәт фекер алышыуында ҡатнашырға саҡыралар.
Был исем хеҙмәт батырлыҡтары һәм ҡаҙаныштары менән фашизмды Еңеүгә ҙур өлөш индергән ҡалаларға бирелә. Әлеге көндә Рәсәйҙең 24 ҡалаһы «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» исемен йөрөтә. Өфөә улар иҫәбендә булырға лайыҡлы, тип иҫәпләй белгестәр.
Башҡортостандың баш ҡалаһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илдең терәк үҙәктеренең береһенә әүерелгән. Ҡала 40 -тан ашыу предприятиены, дәүләт, белем биреү, ғилми, мәҙәни учреждениеларҙы ҡабул итеп урынлаштырған, шулай уҡ илдең үҙәк, көнбайыш һәм көньяҡ райондарынан эвакуацияланған 104 мең кешене үҙенә һыйындырған. Рыбинск ҡалаһының авиация заводы (хәҙер Өфө моторҙар эшләү берекмәһе) иң мөһим предприятиеларҙың береһе булған. Һәр өсөнсө хәрби совет самолеты Өфөлә сығарылған двигатель менән йыһазландырылған. Өфө нефть эшкәртеү заводы фронтҡа бер милллион тоннанан ашыу яғыулыҡ һәм башҡа кәрәкле продукция оҙатҡан. Ҡалала 7 хәрби берләшмә һәм часть, атап әйткәндә, биш дивизия ойошторолған, улар араһында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы бар.
Өфөгә ошо исемде биреү тураһында тәҡдим тәүгә 2015 йылдың майында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Өфө» китабының исем туйында яңғыраны.
Өфөлә һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙе баш ҡалаға «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» исемен биреүгә үҙ фекерҙәрен белдерергә саҡыралар. Тәҡдимдәрҙе Өфө ҡалаһы, 450098, Октябрь проспекты, 120 адресы буйынса йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: +7 (347) 279 03 61. Тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр 1 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.
Читайте нас: