-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2019, 17:46

Республиканың төньяҡ-көнсығышында 2031 йылға пенсионерҙар һәм эшләүселәр һаны тигеҙләшергә тейеш

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында миграция темптары һаҡланған осраҡта 2031 йылға субтөбәктә пенсионерҙар һаны 1000 эшләүсегә 900-гә етеүе мөмкин.

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында миграция темптары һаҡланған осраҡта 2031 йылға субтөбәктә пенсионерҙар һаны 1000 эшләүсегә 900-гә етеүе мөмкин. Башҡорт дәүләт университеты доценты Вадим Прудников республика Дәүләт Йыйылышында «Башҡортостандың демографик үҫеше» түңәрәк өҫтәлендә тикшереү һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте.
Бынан алда ғалимдар ун йыллыҡ аҙағына Асҡын, Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Нуриман, Салауат, Балаҡатай, Ҡариҙел райондарына фараз биргәйне, ә хәҙер һөҙөмтәләрҙе сағыштыра алды. Тыуым һәм үлем күрһәткестәре – көтөлгәндән яҡшыраҡ, миграция иҫәбенә кәмеү буйынса насарыраҡ булып сыҡты.
Әйтәйек, 2018 йылда субтөбәктә 2089 сабый тыуған (фараз — 2010). Күрһәткес 2014 йыл кимәлендә һаҡланған. Үлем — 2578 осраҡ (2994). 2017 йылда – 1140, былтыр 1802 кеше күсеп киткән (фараз — 1072).
Артбан да былай барһа, 2031 йылға төньяҡ-көнсығыш райондарҙа пенсионерҙар һаны 1000 эшләүсегә 900-ҙән ашыуы мөмкин. Әле был күрһәткес 450 тәшкил итә.
Читайте нас: