+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2019, 11:29

Башҡортостанда 15 июлгә тиклем хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш дауам итә

Ил һаҡларға әҙерһеңме? Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш дауам итә. Кампания 15 июлгә тиклем иҫәпләнгән. Ватан һағына баҫыусы егеттәрҙе Республика хәрби комиссариатындағы оҙатыу тантанаһында беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе материалда.

Ил һаҡларға әҙерһеңме? Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш дауам итә. Кампания 15 июлгә тиклем иҫәпләнгән. Ватан һағына баҫыусы егеттәрҙе Республика хәрби комиссариатындағы оҙатыу тантанаһында беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе материалда.
Был егеттәр илдең төрлө төбәктәрендә урынлашҡан хәрби частарға йүнәләсәк. Инженер һөнәрен үҙләштергән Айҙар Насиров та Ҡораллы көстәр сафын тулыландыра. Ул Уссурийскта урынлашҡан ракета ғәскәрҙәренә тәғәйенләнгән.
Етди тикшереү үткән буласаҡ һалдаттар хәрби частарға бүленгән. Уларҙы әрмегә оҙатыу тантанаһы республика саҡырылыш пунктында үтте. Эшелондар хеҙмәт итеү урындарына юлланасаҡ.
Был юлы 200 яҡын Башҡортотстан һалдаттары Хабаровск, Мурманск, Ставрополь, Троицк ҡалаларына ебәрелә. Уларҙың күпселеге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Республикала ил һаҡларға әҙер егеттәр һаны кәмемәй, ти белгестәр.
Илебеҙҙең ҡораллы көстәрен быйыл республиканан яҡынса биш мең егет тулыландыра. Һауа-космос көстәрендә, стратегик ғәскәрҙәрҙә, милли гвардиа сафына баҫыусылар ҙа етерлек.
Игорь Харченко, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары: “Һалдаттар әле тулыһынса әҙер түгел, ләкин хәрби бурысты үтәргә теләктәре күренеп тора. Тыуған ил алдындағы бурысты лайыҡлы үтәрҙәр тип ышанам”.
Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш 15 июлгә тиклем дауам итә. Ил президенты указына ярашлы, быйыл 135 мең егет Рәсәй армияһы сафына алынасаҡ.
Читайте нас: