+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2019, 17:25

Өфөлә сығарылыш кисәһе өсөн күлдәктәрҙең уртаса хаҡы аталды

Рәсәйҙә сығарылыш кисәһе өсөн күлдәктәрҙең хаҡы артты. Уҙған йыл менән сағыштырғанда үҫеш – 11,1%.

Рәсәйҙә сығарылыш кисәһе өсөн күлдәктәрҙең хаҡы артты. Уҙған йыл менән сағыштырғанда үҫеш – 11,1%. Илдә ҡупшы күлдәктең уртаса хаҡы дүрт меңгә етте, тип хәбәр итә «РИА Новости» мәғлүмәт агентлығы «Авито» үткәргән тикшереүгә һылтанма менән.
Иң ҡиммәтле күлдәктәр Воронежда – уртаса 5,4 мең һум. Икенсе урында Мәскәү – 4,9 мең һум, өсөнсөлә Краснодар һәм Дондағы Ростов – 4,6 мең.
Өфөлә мәктәп тамамлаған ҡыҙҙар өсөн киске күлдәк 2,9 мең һумға төшә. Иң арзаны Ижевскиҙа – 2 мең һум.
Тикшереүселәр билдәләүенсә, сығарылыш уҡыусыларының күбеһе күлдәкте – бер ай алдан, икенсе өлөшө һуңғы аҙнала һатып алған.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөлә ун беренселәр өсөн сығарылыш кисәләре 21 июндә ойошторола. Республика буйынса иһә 21 июндән 28-енә тиклем уҙғарыу ҡаралған.
Читайте нас: