+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2019, 11:33

Мутлашыусылар банктарҙың рәсми номерҙары аша шылтырата башлаған

Мутлашыусылар кешеләрҙе алдауҙың яңы алымдарын уйлап таба. Һуңғы ваҡытта улар банктарҙың рәсми номерҙары аша шылтырата башлаған.

Мутлашыусылар кешеләрҙе алдауҙың яңы алымдарын уйлап таба. Һуңғы ваҡытта улар банктарҙың рәсми номерҙары аша шылтырата башлаған. Белгестәр әйтеүенсә, кибермутлашыусылар банктарҙың рәсми номеры аша шылтыратыу әмәлен дә уйлап тапҡан. Шуға күрә клиенттарҙан һаҡлыҡ, уяулыҡ талап ителә.
Мәҫәлән, финанс учреждениенан шылтыратып картағыҙҙың номерын белешәләр икән уйланырға урын бар. Был ваҡытта телефонды һүндерергә һәм яңынан банкҡа, килешеүҙә күрһәтелгән башҡа номерға шылтыратырға кәрәк. Киренән, был номерға баҫыу кәрәкмәй, сөнки мутлашыусылар ҡулына барып эләгәһең. Күп осраҡта мутлашыусылар кеше өсөн уңайһыҙ ваҡытты һайлай, ял көндәрендә, таң менән йә ҡыҙыу эш мәлендә мөрәжәғәт итә, йәғни улар кешенең уяулыҡты юғалтҡан мәлен һағалай. Мутлашыусылар ғәҙәттә, һеҙҙең туралағы мәғлүмәттәрҙең күбеһен белә, уларға етмәгәндәрен генә теүәлләү һәм һеҙҙең картанан аҡса сисеү мөһим. Шуға өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе хәбәр итергә ярамай.
Егор Михтанюк, Башҡортостан милли банкы бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары: “Әгәр клиент мутлашыусыларға йәшерен мәғлүмәттәрҙе үҙе хәбәр итә итә икән, тимәк, банк аша юғалған аҡсаны ҡайтарып булмаясаҡ. Шуға һәр шылтыратыуға һаҡ ҡарарға, тикшерергә кәрәк. Мәғлүмәттәрҙе тулы, 100 процентлыҡ ышаныс булғанда ғына әйтергә мөмкин. Әгәр таныш түгел номерҙан шылтыратҡандар икән уға автоматик рәүештә ҡабаттан шылтыратмағыҙ, номерҙы үҙегеҙ йыйығыҙ”.
Читайте нас: