0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2019, 11:48

Владимир Путин халыҡтың кредиттар иҫәбенә йәшәүен таныны

Президент менән тура бәйләнеш тапшырыуында дәүләт башлығы халыҡтың килеме кәмеүе мәсьәләһенә туҡталды. Был күренештең сәбәптәрен Президент донъя углеводород сеймалы баҙарында хаҡтарҙың тотороҡһоҙ булыуына бәйләне. Әммә килем күләме яйлап булһа ла элекке кимәлгә күтәрелә бара.

Юғалтыуҙар халыҡтың күпләп кредит алыуы менән дә бәйле. 40 процентҡа тиклем эш хаҡы айлыҡ иғәнәләрҙе ҡаплау өсөн тотонола тип билдәләне Президент. Владимир Путин кредит ставкалары буйынса проценттар юғары булыуына Үҙәк банктың иғтибарын йәлеп итте.
Президент менән тура элемтәгә барлығы 2 миллиондан ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителде. Һорауҙарҙың күбеһе ғәҙәттәгесә, илдәге эске сәйәсәт менән бәйле булды. Кешеләр юлдар торошо, поликлиникаларҙа белгестәр етешмәүе, балалар баҡсаларына сират тураһында ла хәбәр итте.
Читайте нас: