Ураҙа байрамынан һуң, 70 көн үткәс билдәләнгән Ҡорбан ғәйете быйыл 11 авгусҡа тура килә. Ошоға бәйле 11 августағы йәкшәмбе ялын дүшәмбе - 12 авгусҡа күсерергә ҡарар ителгән.
Артабан Башҡортостан халҡы 11 октябрҙә Республика көнө һәм 2 ноябрҙән 4-нә тиклем Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ял итәсәк.
Быйыл республика халҡы барлығы 121 көн ял итә.