-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2019, 18:30

Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр 46,65 һумға ҡиммәтләнә

Өфөлә коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡы уртаса 46,65 һумға арта, тип хәбәр итте Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Өфөлә коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡы уртаса 46,65 һумға арта, тип хәбәр итте Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. 1 июлдән республикала тариф 2% ҡиммәтләнә. Волга буйы федераль округының тағы һигеҙ төбәгендә хаҡ арта. Пенза өлкәһе һәм Пермь крайы тарифты 4%, Татарстан — 3%, Киров өлкәһе 2,8% күтәрҙе.
Башҡортостанда фатир өсөн түләүҙең 47,2% йылытыуға тура килә. Хеҙмәттең был төрө 1,85% арта. 1 Гкал йылылыҡ энергияһының хаҡы 1 июлдән 1992,89 һум була (элекке тариф — 1956,76 һум). Сағыштырыу өсөн: Түбәнге Новгород өлкәһендә 1 Гкал — 2363 һум, Ырымбурҙа 1586,66 һум тора.
Республикала электр энергияһына тариф 3,6% артып, 1 КВт сәғәт уртаса 3,17 һум була. Түбәнерәк тариф Ырымбур өлкәһендә генә – 3,08 һум. Волга буйы федераль округындағы иң юғары хаҡ Һамар өлкәһендә – 1 Квт сәғәт 4,17 һум.
Башҡортостанда газға тариф йыл башында бер кубометры 7,1 һум тәшкил итте (Һамарҙа — 7,38 һум, Һарытауҙа — 5,27 һум). 1 июлдән тариф 1,4% индексациялана — һөҙөмтәлә 7,2 һум.
Һыу менән тәьмин итеү 1,85% арта — бер кубометры 25,57 һумдан 25,96-ға тиклем. Һыу бүлеү – 1,4%: бер кубометры 25,91 һумдан 26,28 һумғаса. Хеҙмәттең ошо төрөнөң хаҡы буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында дүртенсе урында. Киров өлкәһе тарифы: һыу бүлеүҙең бер кубометры – 29,10 һум, һыу тәьминәтенең – 33,94 һум. Иң арзаны Сыуашстанда — 19,74 һум һәм 20,22 һум.
Читайте нас: