+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2019, 13:29

Бөгөн дә Башҡортостанда насар һауа торошо көтөлә

Кисә Миәкә районында ла дауыл ҡоторған.

Кисә Миәкә районында ла дауыл ҡоторған. Көслө ел Көсөгән ауылы мәктәбенең ҡыйығын осорған.
Йәрлекәү ауылында мәктәп, Родниковкала – магазин, Ҡырғыҙ – Миәкәлә - шәхси ҡура, Никольск һәм Сатыйҙа йорттарҙың ҡыйығы дауылға бирешкән.
Ә Әнәс ауылында 1967 йылғы бер ҡатынды ихатаһында йәшен атҡан. Үкенескә күрә, ул һәләк булған.
Бөгөн дә Башҡортостанда насар һауа торошо - ҡойма ямғыр, көслө ел, йәшен, боҙ яуыуы һәм секундына 15-20 метрлыҡ көслө ел көтөлә. Иғтибарлы булығыҙ!
Читайте нас: