-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2019, 11:50

ЗАГСҡа эш артҡан

Башҡортостан «Гражданлыҡ хәле дәүләт акттарының берҙәм дәүләт реестры» федераль мәғлүмәт системаһын тәүгеләрҙән булып индерә башланы.

Башҡортостан «Гражданлыҡ хәле дәүләт акттарының берҙәм дәүләт реестры» федераль мәғлүмәт системаһын тәүгеләрҙән булып индерә башланы. Был ресурста ил халҡы тураһында бөтә мәғлүмәттәр керетелә. Унда ҡағыҙ варианттан 1926 йылдан алып 2018 йылдың 1 октябренә һәм унан һуң төҙөлгән гражданлыҡ хәле акттары (тыуыу тураһында, никах теркәү, үлеү тураһында таныҡлыҡ биреү) индереләсәк. Ошо мәғлүмәттәр буйынса беҙ , ҡайҙа йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, үҙебеҙгә уңайлы ЗАГС бүлегенән юғалған документтарыбыҙҙы тергеҙә алыу мөмкинлегенә эйә булабыҙ. Хәҙер таныҡлыҡтар ялған булмаһын өсөн уларға QR-код та ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: