+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2019, 11:38

Өфө районы Булгаков ауылында ауырыуға ярҙам итеүҙән баш тартҡан фельшер яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал

Осраҡ буйынса тәфтишселәр тикшереү ойошторған. 30 йәштәр тирәһендәге егетте инсульт һуҡҡан тип фаразлап, осраҡ шаһиттары "Тиҙ ярҙам" машинаһы килгәнсе, эргәләге ашығыс ярҙам бригадаһына мөрәжәғәт итә. Әммә барыһы ла һөҙөмтәһеҙ була.

Осраҡ буйынса тәфтишселәр тикшереү ойошторған. 30 йәштәр тирәһендәге егетте инсульт һуҡҡан тип фаразлап, осраҡ шаһиттары "Тиҙ ярҙам" машинаһы килгәнсе, эргәләге ашығыс ярҙам бригадаһына мөрәжәғәт итә. Әммә барыһы ла һөҙөмтәһеҙ була.
Ашығыс ярҙам бригадаһы хеҙмәткәре инсульт кисергән егеткә ярҙам итер урынға битарафлыҡ күрһәтә. Район бригадаһы булыуға һылтана. Ә бит бер нисә метр алыҫлыҡта ғына кеше ғүмере өҙөлөүе ихтимал ине. Осраҡ шаһиттары һаман аптырауҙа. Был видеоны яҡындағы магазин хеҙмәткәре Әлиә төшөрә.
Әлиә Осраҡ, шаһиты: “Миңә тиклем бер ир килгән ине, ул уны ла тыңламаны. Һуңынан мин киттем видеоға төшөрөргә. Мине лә тыңламаны. Телефонда уйнап тик ултыра. Уның мөнәсәбәте оҡшаманы. Ундай ҡараш булырға тейеш түгел медицина хеҙмәткәрендә, улар бит ант бирәләр”.
Осраҡ Өфө районы Булгаков ауылындағы сауҙа комплексы янында теркәлә. Ауырыу егет шаурма һатыусы булып кибеттә эшләгән. Көн эҫе була. Плита янында тағы ла тынсыуыраҡ. Үҙен насар тоя башлағас та, ул яҡындағы йыуынғысҡа китә. Тамам хәлһеҙләнеп ергә йығылған иргә тәүгеләрҙән булып урындағы хеҙмәткәрҙәр ярҙам күрһәтә.
Әлиә Осраҡ, шаһиты: “Битен генә йыуырға барған ине һыуыҡ һыу менән, барып етмәне. Йығылып төштө, шунда ултырттыҡ. Ярты тәнен тоймай ине”.
Фельдшер ярҙамдан баш тартһа ла, яҡында оло йөрәклеләр табыла. Наталья Шапошникова быға тиклем егерме йыл шәфҡәт туташы булып эшләгән, егет иҫен юғалтмаһын өсөн ул бар көсөн һала.
112 һандары буйынса саҡыртылған "Тиҙ ярҙам" машинаһын да оҙаҡ көтөргә тура килә. Билдәле булыуынса, бәләгә тарыған ир сығышы менән Үзбәкстандан. Шаурма кибетендә яңыраҡ ҡына эш башлаған була. Йөрәге менән проблемалары күптән күҙәтелгән. Ә бит был осраҡта ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү мотлаҡ. Һәр бер секунд ҡәҙерле. Хаҡ та юғары ҡуйылған - кеше ғүмеренә торошло. Тик ашығыс ярҙам бригадаһының медицина хеҙмәткәре ярҙам итер урынға ярҙан этәрә. Хәйер, осраҡ менән тәфтишселәр ҙә ҡыҙыҡһын башланы.
Евгений Каневский, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: “В настоящее время устанавливаются все обстоятельства. По результатам проверки будет принято процессуальное решение”.
Әгәр фельдшер ғәйепле тип танылһа, ауырыуға ярҙам күрһәтмәгәне өсөн Енәйәт кодексында айырым статья бар. Уға ярашлы ҙур штраф янай. Шул уҡ ваҡытта мотлаҡ йә холоҡ төҙәтеү эштәренә лә йәлеп ителеүе ихтимал. Хәйер, ҡатын хеҙмәт урынын юғалтыуҙан да ҡурҡмай.
Читайте нас: