+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2019, 16:17

Алдағы ял көндәрендә төбәккә йәйге эҫе әйләнеп ҡайта

Бер нисә көн һалҡынса торғандан һуң Башҡортостанға йәйге эҫе әйләнеп ҡайта. Алдағы ял көндәрендә үк төбәктә +28,+30 градус эҫе булыуы көтөлә.

Бер нисә көн һалҡынса торғандан һуң Башҡортостанға йәйге эҫе әйләнеп ҡайта. Алдағы ял көндәрендә үк төбәктә +28,+30 градус эҫе булыуы көтөлә.
Аҙнаның һуңғы эш көнөндә, 28 июндә, урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, төндә төньяҡта уртаса, йәшен, елдең көсәйеүе фаразлана. Һауа температураһы төндә +6,+11, көндөҙ 19-24 градус йылы була.
Шәмбе, 29 июндә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Һауа 28 градусҡаса йылына.
Йәкшәмбе, 30 июндә, көндөң болотло булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы урыны менән +32 градусҡа тиклем күтәрелә.
Читайте нас: