+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2019, 11:27

Башҡортостан башлығы вазифаһына 11 сәйәси партия вәкиле дәғүә итә

Уҙған төндә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы республика етәксеһенә кандидаттарҙан документтар ҡабул итеүҙе тамамланы.

Уҙған төндә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы республика етәксеһенә кандидаттарҙан документтар ҡабул итеүҙе тамамланы.
Исемлектә: билдәле блогер Владимир Кобзев, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары Юрий Игнатьев, Коммунистар партияһының республика комитеты рәйесе Юнир Ҡотлоғужин, "Берҙәм Рәсәй" партияһынан Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары Иван Сухарев, "Джи Ти Эл" компанияһы президенты Рәфис Ҡадиров, Ҡала проекттарын үҫтереү йәмәғәт фонды директоры Владимир Барабаш, "Лазурный" торлаҡ-төҙөлөшө кооперативы идараһы рәйесе Зөлфиә Ғайсина, Модель агентлығы хужаһы Сания Тимасова, "Социаль яҡлау" партияһы төбәк бүлексәһе етәксеһе Алексей Молокин һәм Рәсәй Социалистик партияһынан Рәмилә Сәйетова
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығын һайлау быйыл 8 сентябрҙә үтә. Әлегә кандидаттарҙың барыһына ла муниципаль фильтрҙы үтеү бурысы тора. Улар 454 урындағы депутаттың ҡултамғаһын йыйырға тейеш. Быны 30 июнгә тиклем эшләп өлгөрөргә кәрәк. Документтар тикшерелгәндән һуң 20 июлгә тиклем республиканың Үҙәк комиссияһы кандидатты теркәү тураһында ҡарар ҡабул итә. Республика матбуғат сараларында һайлау алды агитация компанияһы 10 августа башлана.
Читайте нас: