+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2019, 19:06

Һуғанға күпме һыу ҡойорға? Ә ҡыярға, кәбеҫтәгә?..

Көн дә баҡсалабыҙ: сүп утарға, һыу ҡойорға кәрәк. Ә бына ниндәй йәшелсә-емешкә күпме һыу ҡойорға икәнен беләбеҙме? Уңыш шунан да тора бит.

Көн дә баҡсалабыҙ: сүп утарға, һыу ҡойорға кәрәк. Ә бына ниндәй йәшелсә-емешкә күпме һыу ҡойорға икәнен беләбеҙме? Уңыш шунан да тора бит.
Иң беренсе, тупраҡҡа иғтибар итеү зарур: балсыҡлы ергә – һирәк, ҡомлоһона йышыраҡ һыу ҡойорға. Был эштән һуң тупраҡтың өҫкө ҡатламын йомшартырға йә дым тиҙ китмәһен өсөн торф, һалам, тиреҫ түшәргә була. Балсыҡлы йә һаҙлыҡлы урында иһә һыуҙы мул ҡойоп, барлыҡ йәшеллекте батырыуҙан һаҡ булығыҙ, сөнки бер нисә көн торһа, бындай күләүек үҫемлекте йонсотасаҡ, уның тамыры тын алмаясаҡ, ә ерҙең өҫкө ҡатламындағы файҙалы микроорганизмдар кислород етешмәүҙән һәләк була башлаясаҡ.
Ҡыяр йыш һыу һибеүҙе талап итә. Тап тамырына ғына, тик уларҙы яланғасландырырға ярамай. Һыуҙы ямғыр итеп яуҙырам тиһәң, иртән иртүк йә кис һуң ғына.
Кәбеҫтәгә лә һыуҙы йыш ҡойорға. Ә уңыш йыйыр алдынан быны кәметеү яҡшыраҡ, юғиһә күсәндәр ярылыусан буласаҡ.
Кишер менән сөгөлдөр сәскәс тә мул еүешләгәнде һәм дым китмәһен өсөн ҡаплап тороуҙы ярата. Ә бына үҫенделәр морон төрткәс, уртаса аҙнаһына бер тапҡыр һыу һиптергестән һиптерергә. Сөгөлдөрҙө ҡайһы берҙә тоҙло һыу менән туҡландырыу ҙа һәйбәт (бер биҙрәгә – бер аш ҡалағы). Дымлылыҡ етмәһә, был йәшелсәләр сатай-ботай, йәмһеҙ булып үҫә. Ҡоро көндәрҙә мул итеп һыу һипһәң, ярыла башлайҙар.
Помидорҙарға уртаса дымлылыҡ ҡулай. Сәскә атҡанда һыу етешмәһә, емешкә тумалған емшән, инәлектәре өҙөлөп төшәсәк. Өлгөргән осорҙа иһә һыу һибеүҙе кәметергә кәрәк, юғиһә помидорҙар һыуһыл буласаҡ.
Һуған менән һарымһаҡҡа 5-7 көнгә бер һыу һибеп тороу дөрөҫ. Йыйып алыр алдынан был эште туҡтатырға, юғиһә уңыш насар һаҡланасаҡ.
Дымды иң аҙ талап иткән йәшелсәләр – ҡабаҡ һәм ташҡабаҡ. Уларға һыуҙы айына бер-ике ҡойһаң да, етә, әммә бер үҫемлеккә ике биҙрәнән дә кәм түгел. Шулай уҡ уңыш йыйырға бер ай ҡалғас уҡ һыу ҡойоуҙы туҡтатырға кәрәк.
Читайте нас: