25 процентлыҡ өҫтәмә аҡсаға хоҡуҡлылар исемлеге киңәйтелде. Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, хәҙер келәттә эшләүселәр, шәхси эшҡыуарҙар, техника ремонтлаусылар, ҡарауылсыларға ла пенсия өҫтәмәләре бар.
Рәсәйҙә 923 мең ауыл кешеһенә айлыҡ түләү артҡан, тип хәбәр итәләр Пенсия фондынан. Өҫтәмә аҡса өсөн документтар юлларға кәрәкмәй, ул автоматлаштырылған тәртиптә иҫәпләнә.