0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2019, 11:18

Бананға йәбештерелгән ҡағыҙ киҫәге нимә аңлата?

Сит илдән килтерелгән емештәрҙәге стикерҙарға (маркировкаларға) беҙ әллә ни иғтибар итмәйбеҙ. Әммә был матурлыҡ өсөн түгел, улар аша продукцияның сифаты хаҡында байтаҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.

Сит илдән килтерелгән емештәрҙәге стикерҙарға (маркировкаларға) беҙ әллә ни иғтибар итмәйбеҙ. Әммә был матурлыҡ өсөн түгел, улар аша продукцияның сифаты хаҡында байтаҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.
Рәсәйгә ситтән индерелгән һәр емеш маркировкалана. Стикерҙарҙа йышыраҡ бренд эмблемаһы һәм штрих-код һүрәтләнә. Йәбештерелгән ҡағыҙ киҫәктәре лә ашауға яраҡлы булырға тейеш. Хатта елемдә лә зарарлы матдәләр булыуына юл ҡуйылмай. Әммә быларҙың барыһы ла теорияла, ти эксперттар.
Стикерҙарҙы, етештереүсе тураһында мәғлүмәттән тыш, айырым PIN-код “биҙәй”. Ул дүрт йәки биш һандан тора. Банан йәки әфлисун алғанда ошо һандарға иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, биш һандан торған кодтың тәүгеһе “туғыҙ” һаны булһа, тимәк, һеҙ тәбиғи, сифатлы, химик ашлама файҙаланмай үҫтерелгән емеш һатып алғанығыҙға ҡыуана алаһығыҙ. Әгәр дүрт һандан торған код “өс” йәки “дүрт” һандарынан башланһа, емештәр интенсив ауыл хужалығы принциптары буйынса етештерелгән тигән һүҙ. Тимәк, уңыш төрлө ашламалар файҙаланып алынған.
Биш һандан торған кодтың тәүге һаны “һигеҙ”ҙән башланһа, был емеште һатып алырғамы, юҡмы тип уйланырға, шикләнергә урын бар, сөнки был осраҡта ген инженерияһы ҡулланылған ГМО-аҙыҡ ашаясаҡһығыҙ.
Читайте нас: