Съезда ете секция эшләй. Унда милли мәғариф, тарих һәм мәҙәниәт, башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, демография, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ проблемалары, ваҡытлы матбуғат һәм мәғлүмәт сәйәсәте, эшҡыуарлыҡ, туризм мәсьәләләре ҡарала.
Съезға сит илдәр, Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостан район-ҡалаларынан ҡунаҡтар килде. Улар төрлө мәсьәләләр күтәрергә, тәжрибәләре менән уртаҡлашырға йыйына.