Башҡортостан парламенты депутаттары ошоға бәйле закон проектын ҡарарға йыйына. Законға ярашлы, физик мөмкинлектәре сикләнгән өлкәндәргә балалары алимент түләргә тейеш.
Бындай категорияға 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән өлкән ир-егеттәр ҡарай.
Проект бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡарала.