+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2019, 17:19

Башҡортостанда балалар баҡсаларына компенсация бөтә ғаиләләргә түләнәсәк

Республика парламенты яңы закон ҡабул итте. Әлегә тиклем был норма килеме буйынса мохтаж булғандарға ҡағыла ине.

Республика парламенты яңы закон ҡабул итте. Әлегә тиклем был норма килеме буйынса мохтаж булғандарға ҡағыла ине. Шулай ҙа мохтажлыҡ критерийы закондар менән сикләнеп килде. Хәҙер яңы ҡанунда мохтаждарға ғына тигән норма бөтөнләй бөтөрөлә.
Беренсе бала өсөн компенсация күләме уртаса түләү суммаһының 20 процентынан да кәм булмай. Икенсе бала өсөн 50 процентлыҡ ташлама ҡаралған. Өс һәм унан күберәк бала йөрөһә, кәмендә 70 процентлыҡ компенсация була. Законға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйырға тейеш. Уның киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инеүе көтөлә.
Читайте нас: