0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2019, 17:23

Һөт ризыҡтарын һатыуҙа яңы ҡағиҙә көсөнә инә

“Бөгөн һәр һатып алыусы өсөн көрәш бара. Ә уның иғтибарын тик сифатлы продукция менән генә йәлеп итергә мөмкин”, ти Башҡортостан сауҙа берлеге рәйесе Фәрит Ғиндуллин.

“Бөгөн һәр һатып алыусы өсөн көрәш бара. Ә уның иғтибарын тик сифатлы продукция менән генә йәлеп итергә мөмкин”, ти Башҡортостан сауҙа берлеге рәйесе Фәрит Ғиндуллин.
Был минуттарҙа “Халыҡ контроле” проекты ағзалары магазиндарға рейдҡа сығырға тора. Улар һөт ризыҡтарын тикшерергә йыйына. Был турала беҙгә проект координаторы, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итте.
Радий Хәбиров республика халҡын ялған һөт һатҡан магазиндар тураһында хәбәр итергә саҡырҙы. “Быға тиклем беҙ йыш ҡына тәбиғи булмаған һөт эстек. Суррогат арзан хаҡҡа һатыла. Ә тәбиғи продукт етештергән фермерҙар конкуренцияға ҡаршы тора алмай. Яңы талапты үтәмәгән сауҙа нөктәләре тураһында белдерегеҙ. Беҙҙең реакция ҡаты буласаҡ. Беҙ кешеләрҙе ялған ризыҡтарҙан һаҡларға һәм ауыл эшсәндәрен намыҫһыҙ конкуренттарҙан ҡурсаларға тейешбеҙ”, тип яҙған республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Читайте нас: