+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2019, 19:22

Башҡортостанда 24 сығарылыш уҡыусыһына урта белем алыу тураһында аттестат бирелмәй

Улар мотлаҡ булған ике фәндән – математика һәм рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырмаған.

Улар мотлаҡ булған ике фәндән – математика һәм рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырмаған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин хәбәр итте.
Башҡортостанда 24 сығарылыш уҡыусыһына урта белем алыу тураһында аттестат бирелмәй
Башҡортостанда йөҙҙән ашыу уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханында төрлө фәндәрҙән 100 балл йыйған. Мәҫәлән, өс уҡыусы географиянан берҙәм дәүләт имтиханын бишлегә тапшырған. Уларҙың икәүһе Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларынан. Әбйәлил районы Салауат ауылынан Зарема Хамматова быйыл 10-сы синыфты ғына тамамлаған. Ете уҡыусы ике фәндән юғары балл алған.
Читайте нас: