Артабан бала аҡсаһын индекслау һорауы 2017 йылда, шулай уҡ былтыр ҙа күтәрелде. Ниһайәт, быйыл боҙ урынынан ҡуҙғалды. 2020 йылдың 1 ғинуарынан әсәлек капиталы 4 процентҡа артасаҡ. Әлеге ваҡытта бюджетты тикшереү, кәрәкле суммаларҙы эҙләү башҡарыла. Яңыртылған "маткап" 471 мең һумға барып етәсәк.