Республикала йәшәүсе 36 ҡатын-ҡыҙ Һөнәри әҙерләү үҙәгендә шәхси бала ҡараусы булараҡ сертификат алған.
Республикала йәшәүсе 36 ҡатын-ҡыҙ Һөнәри әҙерләү үҙәгендә шәхси бала ҡараусы булараҡ сертификат алған. Проект президент гранты ярҙамында бойомға ашырыла.
Алдағы өс йылда илдә балалар баҡсаларында 240 мең өҫтәмә урын булдырыла. Был мәсьәләне хәл итеүҙә шәхси, ғаилә балалар баҡсаһы, ҡыҫҡа ваҡытҡа өйҙә бала ҡарау хеҙмәтен башҡарыусылар мөһим роль уйнай.