Был турала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе. Проектты бойомға ашырыу өсөн әлеге ваҡытта тейешле документтар пакеты әҙерләнгән. Күҙалланыуынса, иҡтисади биләмә Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалалары агломерацияһын үҙ эсенә ала. Атап үтәлгән төбәктәрҙә ярты миллиондан ашыу кеше йәшәй.
Башҡортостан етәксеһе шулай уҡ республикала милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу барышы менән дә таныштырҙы.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, өҫтәмә финанстар бүленеүе медицина кадрҙарының сит тарафтарға китеүен туҡтатҡан. Һөҙөмтәлә урындағы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ярты йыл эсендә 230 белгескә күберәк тулыланған.
Бынан тыш, республика етәксеһе башҡа өлкәләрҙә лә һиҙерелек алға китеш күҙәтелеүен билдәләне.