30 километрҙан ашыу юлды киңәйтеү барышында күпер ҙә һалына, - тип хәбәр итәләр “Урал буйы” федераль автомобиль юлдары идаралығынан. Был трасса аша тәүлегенә 20 меңдән ашыу машина үтә. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов.
Киләһе йылда М5 трассаһында алты һыҙатлы ике күпер файҙаланыуға тапшырыла
Бөгөн федераль трассаның Бүздәк һәм Благовар райондары аша үткән өлөшө төҙөкләндерелә. Киләһе йылдан Бүздәк-Дүртөйлө йүнәлешендәгеһе файҙаланыуға тапшырыла. "Урал буйы" автомобиль юлының федераль идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азамат Илембәтов һөйләй.
Федераль трассаны төҙөкләндереү 2022 йылға тиклем дауам итә.