Илебеҙҙең баш ҡалаһында урынлашҡан бер компания башлығы 41 миллион һумды долларҙарға әйләндерергә теләгән. Ул инкассаторҙар менән валюта алмаштырыу пунктына килгән. Кассир ҡатын аҡсаны алған, һанаған һәм кассаға һалған. Унан һуң ул иргә һәм инкассаторҙарға тышҡа сығып тороғоҙ, әле долларҙарҙа тейешле сумма юҡ, уны заказ буйынса килтерәсәктәр тигән.
Бер аҙҙан бизнесмен бинаға кире инәм тигән, ләкин ишек эстән бикләнгән булған. Ишекте ҡайырып асҡандар, баяғы кассир ҡатын арт яҡтан күп ҡатлы йорт ихатаһына ҡараған тәҙрә аша сығып ҡасыуы асыҡланған. Бер ҙә буш ҡул менән китмәгән - баяғы 41 миллион һумды ҡуша алған.
Был хәлгә ҡарата енәйәт эше асылған.