Ул “Авто-шылтыратыу” тип атала. Иғландарҙа күрһәтелгән телефон номерҙары базаға индерелә. Унан һуң программа өҙлөкһөҙ шылтырата башлай. Реклама биреүсегә иртәнге сәғәт 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем тауышлы хәбәр ебәрелә. Рөхсәтһеҙ ҡуйылған реклама алынғандан һуң ғына бәйләнеш туҡтатыла.
“Ҡала урамдарына иғлан йәбештереүселәргә ҡаршы төрлөсә көрәшәбеҙ”, - ти Өфө ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһе Марсель Байдәүләтов.
Үткән йылда рөхсәтһеҙ реклама йәбештереүселәргә ҡарата бер нисә мең административ протокол төҙөлгән.