+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль 2019, 11:41

Зарядкала торған телефон баланы үлтергән

Мобиль телефондар хаҡында нимә генә ишетмәйбеҙ! Улар йә сиргә һабыштыра, йә ҡолаҡты һаңғыраулата, йә импотенцияға йоғонто яһай һ.б. Телефон бер яҡтан бик уңайлы ла...

Мобиль телефондар хаҡында нимә генә ишетмәйбеҙ! Улар йә сиргә һабыштыра, йә ҡолаҡты һаңғыраулата, йә импотенцияға йоғонто яһай һ.б. Телефон бер яҡтан бик уңайлы ла...
Ҡурғандың бер дөйөм ятағындағы бүлмәлә зарядкала торған кеҫә телефоны шартлап, ете йәшлек бала үлгән. "Тиҙ ярҙам" хеҙмәте табиптары әйтеүенсә, телефон малайҙың ҡулында шартлаған һәм йәрәхәт үлемесле булған.
Шартлауҙан һуң, янғын теркәлмәгән, эвакуация ла кәрәкмәгән. Әле енәйәт эше асылған.
Тимәк, телефон - хәтәр! Зарядкала торған телефонға тотонмағыҙ! Бәләкәй балаларығыҙға әүрәтер өсөн бирмәгеҙ!
Читайте нас: