-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2019, 18:56

Бөгөн ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Беренсе тапҡыр был байрам 2008 йылда Ғаилә йылында билдәләнде.

Беренсе тапҡыр был байрам 2008 йылда Ғаилә йылында билдәләнде. Учалы ҡалаһында йәшәүсе Гөлфинә һәм Айсар Йомағужиндар татыу, бар яҡтан өлгө булырлыҡ йәш ғаилә. Улар 2016 йылда “Йәш ғаилә” республика конкурсында гран-при яулай. Икеһе лә сәнғәткә яҡын кешеләр. Тап ошо йыр-моңға булған һөйөү таныштыра йәштәрҙе.
Һәр бер ғаиләнең үҙ йолалары бар. “Ул ғаиләне берләштерә, туғанлыҡ ептәрен нығыта”, - ти Гөлфинә Йомағужина.
Ғаилә байрамының «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» иҫтәлекле миҙалы бар. Уны бөгөн тапшыралар. Байрамдың символы – аҡ сәскә . Элек-электән был сәскә мөхәббәт билдәһе булараҡ иҫәпләнә.
Читайте нас: