+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2019, 19:12

Дәүләкәндә буласаҡ осоусылар һәм йыһангирҙар йыйылды

2 июлдә Дәүләкән районының Калиновка ауылында СССР-ҙың космонавт-һынаусыһы Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэройыһан мәктәбенең икенсе сменаһы башланды.

2 июлдә Дәүләкән районының Калиновка ауылында СССР-ҙың космонавт-һынаусыһы Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэройыһан мәктәбенең икенсе сменаһы башланды. Унда Рәсәйҙең күп кенә төбәктәренән үҫмерҙәр йыйылды. Улар Мәскәү, Мәскәү өлкәһенең Луховицы, Сочи, Дондағы Ростов, Озерск, Южно-Уральск (Силәбе өлкәһе) ҡалаларынан, Башҡортостандың район-ҡалаларынан килгән.
Алмашты тантаналы асыуға почетлы ҡунаҡтар - РФ атҡаҙанған һынаусы осоусыһы, Рәсәй Геройы, "Сухой" фирмаһының әйҙәүсе һынаусы осоусыһы, илебеҙ Хәрби көстәре ветераны Юрий Ващук, Роскосмостың һынаусы космонавты Сергей Кудь-Сверчков, Дәүләкән районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, яҙыусы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Мәхмүт Сәлимов, ӨДАТУ проректоры Георгий Агеев, "ФКР" БРООО-һы башҡарма директоры Сергей Плюхов һәм дә легендар Урал Солтанов ҡатнашты.
Был көндө аэройыһан мәктәбенә бик шәп бүләк - ҡиммәтле акустик аппаратура тапшырылды. Уны Рәсәй Космонавтика федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлеге бирҙе.
Кискеһен иһә ӨДНТУ-ны тамамлаған әүҙем ҡыҙ Ләйсән Мирфәтихова команда яһау буйынса күнекмә үткәрҙе.
Читайте нас: