+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2019, 17:50

Республикала «Башҡортостан ихаталары» программаһы эшләй башланы

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «Башҡортостан ихаталары» программаһы барышы хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «Башҡортостан ихаталары» программаһы барышы хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты. "Программа буйынса эш тамамланыуға ике ай ваҡыт ҡалды"-тип яҙа ул. Бер яҡтан алып ҡарағанда, ваҡыт күп, ә икенсенән - ваҡытты әрәм-шәрәм итергә ярамай, һыуыҡтар төшкәнгә тиклем халыҡҡа планлаштырылған ихаталарҙы тапшырып өлгөрөргә кәрәк. Кешеләр был программаға нисек эләгергә икәнен ихаталарҙың ниндәй талаптар буйынса һайлап алыныуын, эште кем күҙәтеүҙә тотоуын белеп бөтмәй. Ошо һорауҙарҙы тағы бер тапҡыр тикшереп сығырға һәм аныҡ аңлатмалар менән ҡулланма баҫып сығарырға бойороҡ бирҙем.
Мөрәжәғәттәрҙән тағы шул күренә, миңә бер төрлө доклад яһайҙар, ә урындарҙа подрядсылар бөтә яуаплылыҡты аңлап еткермәй, эште башлайҙар ҙа ташлап китәләр, йәки яй ҡуҙғалалар. Хәҙер, һуң булмаҫ элек, тағы бер тапҡыр иҫкәртәм, был берҙәм финанслау программаһы. Ихатаны төҙөкләндереүҙең 94 проценты республика бюджеты иҫәбенә ҡаплана, аҡсаның 5 процентын муниципаль берәмектәр индерә, ә 1 процент торлаҡсылар иңенә ята. Һәм беҙ эштең һәр этабын ныҡлы күҙәтеп барырға хоҡуҡлы. Ихаталарыбыҙ уңайлы, ә балалар майҙансыҡтары хәүефһеҙ булырға тейеш. Әгәр ҡайҙалыр башҡаса икән, миңә яҙығыҙ.
Читайте нас: