Был арала ҡыйынлыҡтар ҡапыл күбәйеп китер. Күптәр бындай хәлгә әҙер түгел һымаҡ. Бәғзеләр сиселмәгән мәсьәләләрҙе өҫтәр генә. Шаршамбыла һәм кесе йомала йондоҙҙар уйлап эш итергә кәңәш итә. Был көндәрҙә уңайлы мәлдәр күбәйер.
Иң мөһим эштәрегеҙҙе аҙна башына тәғәйенләүегеҙ дөрөҫ булыр. Әүҙемлегегеҙ арҡаһында уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Артабан ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр баҫыр. Кесе йомала бер ниндәй ҙә дәғүәгә инмәҫкә тырышығыҙ. Уның һөҙөмтәләре тәрәнгә китеүе ихтимал.
Был аҙнала төп иғтибарығыҙҙы йорт-ғаилә мәсьәләләренә йүнәлтергә тура килер. Яҡын кешеләрегеҙ менән дә уртаҡ тел табыуы ауырлашыр. Кемдер туғаны өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә алыр, бәлки. Бәғзеләр тәжрибәле кешенең кәңәшенә мохтажлыҡ кисерер.
Аҙна һиҙелерлек уңыштар килтерәсәк. Үҙгәреүсән ваҡиғалар ҡайһы ваҡыт көтөлмәгәнерәк булһа ла, уларҙан файҙа ғына күрерһегеҙ. Һеҙҙең тирәләге хәлдәр үтә етеҙлек талап итер. Тап был арала бәғзеләр ниндәйҙер ҙур эште башлап ебәрер, моғайын.
Мәл шәхси тормошоғоҙға үҙгәрештәр индерер өсөн уңайлы. Күптәр яңы мөнәсәбәттәр ҡорор, насар ғәҙәттәренән ҡотолор, элекке бәйләнештәрҙе өҙөр. Иң мөһиме – был йүнәлештә йондоҙҙар һеҙгә һәр саҡ ярҙам итеп торор.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала ижади кешеләр бигерәк тә уңыр. Кеше араһында абруйығыҙ ҙа күҙгә күренеп артыр. Элекке дошмандарығыҙ хатта дуҫлыҡ та тәҡдим итер. Бындай хәл менән ваҡытлыса ризалашырға ла мөмкиндер. Аҙаҡ күҙ күрер...
Аҙна барышында ниндәйҙер тәҡдим яһауҙары бар. Ул бик өмөтлө күренһә лә, мәшәҡәтле һәм оҙайлы булыуы ла мөмкин. Ризалашыр алдынан был мәсьәләне бар яҡтан да өйрәнегеҙ. Йомала аҡсалата булмаған юғалтыу кисерерһегеҙ.
Ҡапыл төрлө ҡыйынлыҡ күбәйеп китеүе бар. Йомшаҡлығығыҙ, ярамһаҡланыуығыҙ өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙырыр. Файҙаһыҙ бәйләнештәр ҙә һәр саҡ ҡамасаулар. Дөйөм хәлегеҙ бөтөнләй алға барырға бирмәҫ, моғайын.
Янығыҙҙа ярҙам һәм терәк өмөт иткән кешеләр пәйҙә булыр. Уларға ышанырға ашыҡмағыҙ, уяу булығыҙ. Аҙаҡ һаҡ булған өсөн үҙегеҙгә рәхмәт әйтерһегеҙ. Аҙнаның аҙағы уңышлы көтөлә. Һәләттәрегеҙҙе лә күрһәтә алырһығыҙ.
Башығыҙҙа һәр саҡ яңы маҡсаттар тыуып торор. Һөҙөмтәлә бер эште лә тулыһынса тамамлай алмаҫһығыҙ һымаҡ. Йондоҙҙар бер аҙ әүҙемлегегеҙҙе кәметеп, уй-фекер төйнәп алырға кәңәш итә. Был арала көтөлмәгән сығымдарығыҙ күбәйер.
Элек алған ниндәйҙер йөкләмәне үтәү өсөн көс түгергә тура килер. Юғиһә кеше араһында абруйығыҙҙы юғалтыуығыҙ ҙа ихтимал. Шаршамбылағы ваҡиғалар ҡайһы бер нәмәләргә күҙегеҙҙе асыр. Йомала уйламаған осрашыу булыуы мөмкин.
Аҙна барышында аралашыу өмөтлө буласаҡ. Күптәр яңы танышлыҡтар булдырыр, фекерҙәштәр ҙә табыр, моғайын. Бөтә эшегеҙ ҡыйынлыҡ менән барыр, шаршамбынан һуң хатта туҡтағандай тойолор. Йомаға ҡорған уй-маҡсаттарығыҙҙың бөтөнләй боҙолоуы ихтимал.