+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2019, 13:58

Бәйҙә тотор булғас, нимәгә ул бала?

Фото: ru.newsbot.pressКеше түгел хайуандарға ла хас булмаған ҡылыҡтарҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр башҡара шул. Ярославль өлкәһенең Юрьевское ауылындағы бер ихатала бауҙа бәйле торған бала быға дәлил түгелме ни?

Кеше түгел хайуандарға ла хас булмаған ҡылыҡтарҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр башҡара шул. Ярославль өлкәһенең Юрьевское ауылындағы бер ихатала бауҙа бәйле торған бала быға дәлил түгелме ни?
Биш йәшлек малайҙы муйынынан бау менән бағанаға ҡуша бәйләгәндәр. Уны бындай хәлдә көтмәгәндә ҡунаҡҡа килгән опека органдары тап итә һәм шунда уҡ дауаханаға оҙата. Ғаиләлә һигеҙ бала үҫә. Уларҙың берәүһе – үҙҙәреке. Береһе – уллыҡҡа, ҡалған алтауһы опекаға алынған.
Әле ҡалған ете баланы реабилитация үҙәгенә ебәргәндәр. “Ата-әсә” үҙенең был ҡылыған малайҙың гиперәүҙем булыуы һәм һөйләшмәүе менән аңлатҡан.
Әҙәм балаларын әҙәмсә ҡарарға ҡулыңдан килмәгәс, ни өсөн уларҙы алырға һәм эт көнөндә тоторға һуң? Был хәлгә төшкәнсе, балалар йортонда ҡалыу хәйерлерәк түгелме икән...
Читайте нас: