Фотоһүрәт аша ғаиләле булыу. Проект фотоһүрәт аша етем балаларға ата-әсәле булырға ярҙам итә. Күргәҙмәлә баш ҡаланың балалар йортонда тәрбиәләнеүсе 30 малай-ҡыҙҙың һүрәттәре ҡуйылған. Улар билдәле яҙыусылар, артистар, депутаттар, журналистар менән фотоға төшкән. Проектты баш ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығы ғәмәлгә ашыра.
Балалар өсөн фотолағы шәхестәрҙең ниндәй вазифа биләүе барыбер. Иң мөһиме һүрәттәрҙә балалар һәм өлкәндәрҙең йылы мөнәсәбәттә булыуы күренә. Беҙ малай-ҡыҙҙарҙың эске донъяһын, кәйефен мөмкин тиклем тулыраҡ күрһәтергә тырыштыҡ.
Ленара Иванова, Башҡортостан хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Был ябай ғына проект бер үк ваҡытта изге маҡсаттар ҡуйған. Уныңэ ярҙамында һәр сабый үҙенә ата-әсә табып, йорт шарттарында йәшәй башлар, тип күҙаллана. Бер нисә йыл элек үткәрелгән күргәҙмә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам иткәйне”.
Социаль күргәҙмә ВДНХ - ЭКСПО майҙанындағы «Рәсәй - минең тарихым» паркында үтә. Махсус проект Өфөлә икенсе тапҡыр ойошторола. 2014 йылда фотокүргәҙмә 18 балаға ғаилә табырға ярҙам итә. Күргәҙмәгә балаларҙы биш йыл элек ҡурсыуға алған ата-әсәләр ҙә килде.