Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлау 25 процент сумманы кире ҡайтарыу менән һатылған. Һөҙөмтәлә конкурсты профессиональ компаниялар түгел, ә бер көнлөк фирмалар еңгән. Бөгөн Радий Хәбиров төбәк операторының бер менеджменты, атап үткәндә етәксеһе һәм уның ете урынбаҫарының эшенән китеүенә аңлатма бирҙе.
Мәғлүм булыуынса, төбәк операторы республика бюджетынан 300 миллион һум күләмендә аванс алған. Әммә был сумма подрядсыларҙың барыһына ла барып етмәгән. Шунлыҡтан улар эштәрҙе үҙ иҫәбенә башҡарға мәжбүр булған.
«Мәскәү шаңдауы» радиостанцияһы эфирындаға һорауҙарға яуап биреп, Радий Хәбиров Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк тип белдерҙе. Салауат Юлаев проспектындағы изге йорт 2006 йылда һалына башлай. Бөгөнгә 100 миллион һум бүлергә әҙер булған инвестор табылған.
Әлеге мәлдә башҡа эре компаниялар менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Ваҡытында «Урал» хәйриә фонды аҡсаларын вайымһыҙ тотоноу эштәрҙең туҡтап ҡалыуына килтергәйне. Фонд менән тиҙҙән яңы килешеүгә ҡуйыласаҡ, тине Радий Хәбиров.