+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2019, 11:20

Юл буйынан ҡарбуз алмағыҙ

Йәй етеү менән баҙар, магазин кәштәләрендә һәм сауҙа нөктәләрендә ҡарбуз күренә башланы.

Йәй етеү менән баҙар, магазин кәштәләрендә һәм сауҙа нөктәләрендә ҡарбуз күренә башланы. Татлы емеште һәр мөйөштә тигәндәй һатып алырға була, һораусылар һаны ла байтаҡ. Ләкин тиҙерәк өлгөрһөн өсөн уларҙы махсус ашлама менән эшкәртәләр. Шуға күрә баҡса культураһында химик матдәләр күп булыуы ихтимал. Быны тикшерер өсөн Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең башҡорт референт үҙәге белгестәре рейдҡа сығып, контроль һатып алыу ойошторҙо. Тулыраҡ БСТканалы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова материалында.
Сауҙа нөктәһенең һатыусыһы ҡарбуздарҙың документын таба алманы. Кибет хужаһы береһе лә һорамаҫ тип ҡалдырмаған, тине һатыусы. Әллә лицензия бөтөнләй юҡ? Һатыу урыны ла санитар талаптарға тап килмәй. Ҡарбуздар иҙәндә, башҡа емеш-йәшелсә менән бергә ята. Шундай уҡ күренешкә икенсе сауҙа нөктәһендә лә тап булдыҡ. Документтар булмағандан тыш ҡарбуздарҙа төрлө шик уятҡан таптар бар.
Киләһе аҙыҡ-түлек кибетендә ҡарбуздар талаптарға ярашлы урынлаштырылһа ла, юл буйында һатыу емеш-еләктәргә зыян килтерә, уларҙы ағыулай, тип белдерҙе белгес. Киләһе тикшереү урыны итеп Өфөнөң ҙур сауҙа үҙәген һайланыҡ. Бында емештәрҙең лицензияһы һәм сертификаты бар. Тимәк, уларҙы шикләнмәй ҡулланырға мөмкин.
Рейд ваҡытында алынған 4 ҡарбузды химик матдәләргә, йәғни нитратҡа тикшерер өсөн Рәсәй ауыл хужалығының күҙәтеү хеҙмәтенең һынау үҙәгенә юлландыҡ.
Һынау үҙәге лабораторияһында ҡарбуздарҙың төрлө өлөшөнән өлгөләр алынды. Уларҙы йомшартып, махсус ҡоралмаларҙа тикшерҙеләр. Үҫтергәндә тиҙерәк өлгөрһөн өсөн ҡарбуздарҙы ашлама менән эшкәртәләр. Шуға күрә лә емештә кеше һаулығына зыян килтереүсе нитарт матдәһе булырға мөмкин.
Ҡарбуздан ағыуланыу күп осраҡта әлеге емештәрҙәге нитрат күләменә бәйле. Шул уҡ ваҡытта киҫелгән емештә бактерия һәм инфекциялар ҙа күп үрсей. Һатыу урындарында санитар талаптар күп осраҡта үтәлмәй. Ләкин татлы еләкте юл буйҙарынан йә магазинда һатып алыу һәр кешенең үҙ ҡарамағында.
Читайте нас: