+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2019, 11:45

Һауа торошо боҙола

Асҡын районында боҙборсаҡ яуыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Асҡын районында боҙборсаҡ яуыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә ел тиҙлегенең секундына 17-22 метрға тиклем көсәйеүен, төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ боҙборсаҡ яуыуын, йәшен йәшнәүен фаразлай.
Шуға ла ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәргә алыҫ сәфәрҙән тыйылып торорға кәңәш итә. Дауыл ваҡытында өлкәндәрҙең балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмауы, шулай уҡ урамға сығармауҙары һорала. Аҙна аҙағына тиклем республикала йылы, әммә үҙгәрешле һауа торошо һаҡлана.
Читайте нас: