+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2019, 13:02

Башҡортостан башлығы вазифаһына тағы ике кандидат документтар тапшырҙы

Республика Үҙәк һайлау комиссияһында “Граждандар көсө” партияһынан Владимир Барабаш һәм “Яблоко” сәйәси фирҡәһенән Зөлфиә Ғайсинанан тейешле документтар ҡабул итеп алынды.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһында “Граждандар көсө” партияһынан Владимир Барабаш һәм “Яблоко” сәйәси фирҡәһенән Зөлфиә Ғайсинанан тейешле документтар ҡабул итеп алынды.
Башҡортостан башлығы вазифаһына тағы ике кандидат документтар тапшырҙыБашҡортостан башлығы вазифаһына тағы ике кандидат документтар тапшырҙы
Быға тиклем КПРФ-тан Юнир Ҡотлоғужин, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән Юрий Игнатьев, “Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙары партияһы”нан Владимир Кобзев урындағы депутаттарҙан ҡултамғалар йыйып кәрәкле документтарҙы тапшырҙы. Уларҙы тикшереү өсөн кәмендә ун көн талап ителә. “Берҙәм Рәсәй” партияһы исеменән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров теркәү үтеп кандидат танытмаһын алды.
Читайте нас: