+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2019, 18:44

Әгәр йылан саҡһа...

Быйылғы йылда һөйрәлеүсәлерҙең, бигерәк тә йыландарҙың күбәйеүе тураһында яҙғайныҡ инде.

Быйылғы йылда һөйрәлеүсәлерҙең, бигерәк тә йыландарҙың күбәйеүе тураһында яҙғайныҡ инде.
Рәсәйҙә бик күп төрлө йыландар бар, ҡайһыһы ағыулы, ҡайһыһы юҡ икәнен белеп тә бөтөп булмай. Шуға ҡотҡарыусылар тәбиғәттә бик һаҡ булырға өндәй һәм йылан осраған ваҡытта үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен тәҡдим итә.
Йылан күрһәгеҙ, ипләп кенә урап үтергә, йә булмаһа, уның беренсе булып ташланмауын иҫтә тотоп, һөйрәлеүсе үтеп киткәнсе тын ғына торорға кәрәк. Бик тә булмаһа, шым ғына, боролмайынса артҡа сигенергә.
Кинәт боролорға, ҡасырға ярамай.
Шулай ҙа йылан саҡһа нимә эшләргә?
Дауаханаға, кисектермәҫтән табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, унда йылан ағыуына ҡаршы препарат мотлаҡ була.
Йылан саҡҡан урын күкһел-ҡыҙғылт төҫкә инә, бер аҙҙан йөҙ ағара, баш әйләнә, күңел болғана, ҡоҫтора, ҡан баҫымы һикерә, аң юғалыуға тиклем барып етә, тән тартышыуы ла мөмкин. Әгәр ҙә яҡында медицина учреждениеһы булмаһа, ул ваҡытта яраға таҙа бәй һалырға, сағылған ваҡытты иҫтә ҡалдырырға.
Аяҡты саҡҡан осраҡта, ағыу таралмаһын өсөн, бинт менән урап, уны һау аяҡҡа ҡуша бәйләп, саҡ ҡына өҫкә күтәреп ҡуйырға һәм хәрәкәтләнмәҫкә. Ҡулды саҡһа, уны бөккән килеш яраны билдәләргә, жгут һалырға ярамай.
Спиртлы эсемлек эсергә ярамай, сөнки алкоголь йылан ағыуын көсәйтә генә. Күберәк һыу эсергә кәңәш ителә.
Читайте нас: