Мәҙәниәт, ҡала үҫеше һәм креатив индустриялар иҡтисадын тикшеренеү үҙәгенән Сергей Капковтың компанияһы “Торатау” геопаркы өсөн проект эшләй. Башта уны Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа, унан Башҡортостанға килгән мәлендә Владимир Путинға күрһәтәсәктәр.
Планға ярашлы, геопарк 2020 йылға барлыҡҡа киләсәк. “Ҡала үҫеше һәм мәҙәниәт иҡтисады үҙәге” йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Анна Носова әйтеүенсә, уның майҙаны- 4389 квадрат километр. Парк булдырыуҙың төп маҡсаты – уникаль геологик һәм биологик, милли һәм мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу, иҡтисади әүҙемлекте арттырыу, туристарҙы күберәк йәлеп итеү.