Яҙ ҡырау төшөп һыуытыуы һәм яуым-төшөмдөң аҙ булыуы сәбәпле үлән үҫмәгән. Әбйәлилдә июндә лә ямғыр һирәк яуған. Хужалыҡтар ниндәйҙер уңышҡа өмөт итә ала, ә ябай кешеләргә ҡыйынға тура киләсәк, ти белгестәр.
“Бигерәк тә Хәлил, Әлмөхәмәт һәм Амангилде ауыл биләмәләрендә хәл ҡатмарлы. Шуға күрше Силәбе өлкәһенә барып, мал аҙығы әҙерләп алырға кәңәш ителде”, - ти Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәлим Солтанов.