+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2019, 13:34

Халыҡ-ара балалар уйындарына Олимпиада чемпиондары килде

Улар араһында грек-рим көрәшселәре Александр Карелин, Михаил Мамиашвили, йөҙөүселәр Анастасия Давыдова, Александр Попов бар.

Улар араһында грек-рим көрәшселәре Александр Карелин, Михаил Мамиашвили, йөҙөүселәр Анастасия Давыдова, Александр Попов бар. Спортсылар Өфөлә Йәйге Балалар олимпиадаһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Синхронлы йөҙөү буйынса 5 тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Анастасия Давыдова әйтеүенсә, ошондай осрашыуҙар балаларҙы ҙур еңеүҙәргә дәртләндерә.
Грек-рим көрәше буйынса 4 тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин Өфөлә донъя чемпионатын уҙғарыу тәҡдимен хупланы. Башҡортостан баш ҡалаһы 2021 йылда 20 йәшкә тиклемге спортсы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында грек-рим һәм ирекле алыш буйынса планета беренселеген үткәреүгә дәғүә итә. Александр Карелин билдәләүенсә, Өфөнөң был турнирҙы уҙғарыуға мөмкинлектәре яҡшы баһалана.
Бөгөн Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында йөҙөү, фехтование, дзюдо һәм ҡаяға үрмәләү буйынса миҙалдар уйнатыла. Грек-рим көрәше, еңел атлетика, футбол, пляж волейболы һәм баскетболда ярыштар үтә. Тамашасылар спорт сараларын бушлай ҡарай ала.
Читайте нас: