+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2019, 18:24

Республикала ҡалалар араһында йөрөгән такси водителдәре менән көрәшәләр

Белгестәр әйтеүенсә, тап улар үлемесле авариялар яһай.

Белгестәр әйтеүенсә, тап улар үлемесле авариялар яһай. Был мәсьәлә ведомство-ара кәңәшмәлә ҡаралды. Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов һөйләй.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров бындай пассажир ташыусыларға ҡаршы көрәш сараларын тәҡдим итте.
Радий Хәбиров республикала автомобилде хәүефһеҙ йөрөтөү мәҙәниәтен арттырыуға йүнәлтелгән программа булдырырға ҡушты. Башҡортостан Финанс министрлығы уның өсөн 10 миллион һум самаһы аҡса бүлә. Был сығымдар телевидениела күрһәтеү өсөн видеояҙмалар төшөрөү, балалар баҡсаһы һәм мәктәптәрҙә яҡтылыҡты сағылдырған беләҙектәр таратыу өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ балаларҙың имгәнеү осраҡтарын киҫәтеүгә йүнәлтелгән мобиль тренажер алына.
Читайте нас: