+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2019, 19:06

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы киҫкен ел һәм йәшенле ямғыр тураһында иҫкәртә

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 11 июлдә киске сәғәт 8-ҙән алып 12 июлдең киске сәғәт 8-ҙенә тиклем аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 11 июлдә киске сәғәт 8-ҙән алып 12 июлдең киске сәғәт 8-ҙенә тиклем аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төн яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ иһә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, төньяҡ-көнбайышҡа бер аҙ көсәйәсәк. Ҡайһы бер төбәктәрҙә йәшенле ямғыр, боҙ борсағы яуыуы көтөлә. Елдең тиҙлеге көньяҡ-көнбайыштан секундына 3-8 метр, көндөҙ йәшенле ямғыр мәлендә 15-20 метрға тиклем етәсәк.
Һауа температураһы төндә +11,+16 градус, көндөҙ +21,+26, көньяҡта +31.
Автомобиль юлдарының айырым урындарында төндә һәм иртәнсәк томан төшөү көтөлә, күреү мөмкинлеге — 500-1000 метр.
Читайте нас: