+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2019, 13:38

26 июлдә Башҡортостан диндарҙарының тәүге төркөмө Сәғүд Ғәрәбстанына юлланасаҡ

Йәмғеһе быйыл Рәсәйҙән 20 мең 500 кеше хаж ҡыласаҡ.

Йәмғеһе быйыл Рәсәйҙән 20 мең 500 кеше хаж ҡыласаҡ. Шуларҙың йөҙҙән ашыуы беҙҙең республиканан. Әйткәндәй, быйыл Мәккә һәм Мәҙинәгә барып ҡайтыуҙың үҙенсәлектәре лә бар. Изге ғәмәл яңылыҡтары тураһында Айнур Кәбиров репортажы.
Хаж юлына баҫам тип бер йылдан ашыу инде полиция тупһаһын тапай. Исламдың изге ғәмәлен ҡылырға ниәтләнгән Ҡәҙриә Әхмәтвәлиева аңғармаҫтан мутлашыусылар тоҙағына эләгә.
Ҡәҙриә ханым хаж ҡылыуға ете йылдан ашыу әҙерләнә. Кәрәкле аҡсаны йыйыу өсөн ашамай торорға ла, кейем-һалымдан баш тартырға ла тура килгән.
Ләкин Ҡәҙриә ханым Мәккә һәм Мәҙинәгә барыу өмөтөн өҙмәй. Был ауырлыҡтар уның өсөн ебәрелгән һынау ғына тип иҫәпләй. Әммә бындай һынау ҡайһы берәүҙәр өсөн үтерлек булмай сыға. Хажға барам тип алданыусы йөҙгә яҡын кешенең өсөһө вәғәҙә ителгән юлламаны ла, аҡсаһын да көтөп ала алмай яҡты донъя менән хушлаша.
Быйыл иһә хажға алып барам тип һаҙға батырыу осраҡтарына юл ҡуйылмаясаҡ. Намыҫһыҙ турист операторҙары дини сәфәр ойоштороу менән бөтөнләй шөғөлләнә алмай. Сәғүд Ғәрәбстанына юлламалар махсус сертификаттар менән көсәйтелә.
Өҫтәүенә Сәғүд Ғәрәбстаны ла Мәккәгә барыусылар өсөн ташламалар яһай. Сит илгә виза хәҙер электрон форматта ла бирелә.
Вячеслав Пятков, Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе: “Виза юллау тәртибе күпкә еңелләшә. Был иһә турист операторҙары хажға барыусының документтары менән шөғөлләнеү урынына башҡа әҙерлек эштәре менән мәшғүл буласаҡ тигән һүҙ. Тимәк, аңлашыулмаусанлыҡтар, ҡағиҙә боҙоу осраҡтары ла кәмер тип өмөтләнәбеҙ”.
Тәүге төркөм диндарҙар Мәккәгә 26 июлдә юлланасаҡ. Әммә уларҙың араһында ла Ҡәҙриә Әхмәтвәлиева юҡ. Хәйер яуаплы органдар алданыусылар мәсьәләһен хәл итеүгә өҫтәмә 8 йөҙ квота һорап мөрәжәғәт иткән. Үҙе әйтмешләй юғарынан төшөрөлгән һынауҙы Ҡәҙриә ханым үтәсәгенә өмөт бар.
Читайте нас: