+14 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2019, 18:11

Халыҡ-ара балалар уйындарының беренсе көнөндә Өфө командаһы 15 миҙал яуланы

Дүрт алтын, дүрт көмөш һәм ете бронза миҙал — 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарының тәүге көнө баш ҡалабыҙ командаһы өсөн һөҙөмтәле үтте.

Дүрт алтын, дүрт көмөш һәм ете бронза миҙал — 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарының тәүге көнө баш ҡалабыҙ командаһы өсөн һөҙөмтәле үтте.
Өфө өсөн тәүге “алтын”ды дзюдосы Әлиә Мөхәмәтйәнова килтерҙе. Аҙаҡтан уға йөҙөүсе Виктория Лисоцкая (100 м, брасс) һәм дзюдосылар Алина Галиева (52 кг), Тимофей Шеин (36 кг) ҡушылды.
Бынан тыш, фехтованиела Николай Киреев, дзюдола — Полина Микитова (40 кг), Булат Рәхимов (45 кг) көмөш миҙалдар яуланы. Йөҙөүҙә Владислав Башаров, Дмитрий Каширин, Виктория Лисицкая, Александра Никитина, Мария Рашитова (ирекле стилдә 4х100 м эстафетаһы) икенсе һөҙөмтәне күрһәтте.
Өфө спортсылары бронза миҙалдар ҙа яуланы. Улар: фехтованиела — Ирина Красноперова һәм Елизавета Первушина, дзюдола — Ксения Самойлова (57 кг), Асҡар Яҡупов (40 кг), Камил Гильязов (50 кг), Егор Каленов (55 кг), Наиль Гәрәев (73 кг).
Ҡытай Тайбэйының Нью-Тайбэй ҡалаһы спортсылары ла төрлө дәрәжәле ете миҙал яулап, һөҙөмтәле ярышты. Ырымбурҙар ҙа 7 миҙал яуланы.
Читайте нас: