Башҡортостан Юғары Суды, ғәйепләнеүсенең адвокаттарының апелляция ялыуын ҡарағандан һуң, элекке ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырған. Адвокаттар ҡатынды йорт аресына ултыртыу йә иһә унан ситкә сыҡмау тураһында ҡултамға алыуҙы тәҡдим иткән булған.
Апелляция ярты сәғәт дауамында ябыҡ ишектәр артында ҡаралған. Луиза Хәйруллина суд залы менән бәйләнешкә видетрансляция аша тура изоляторҙан сыҡҡан. Ике бала әсәһенең адвокаты Фәнил Ишкилдин әйтеүенсә, Луиза әлегә үҙен яҡшы тоя һәм бер нәмәгә лә зарланмай. Адвокат кассация ялыуы бирергә йыйына.
Фәнил Ишкилдин, Луиза Хәйруллинаның адвокаты: “Бөтәһе лә балаларға опека билдәләнгән тиһәләр ҙә, эш материалдарында опека тураһында һәм кемделер зыян күреүсе тип таныу тураһында ла ҡарарҙар юҡ. Шуға ла беҙ был ҡарарҙы законһыҙ тип иҫәпләйбеҙ һәм кассация ялыуы бирәсәкбеҙ”.